Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы үҙешмәкәр артистары автоклуб менән берлектә Шәрипҡол һәм Ҡустығол ауылдарында ” Йыр керҙе күңелгә ” тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһанылар.

Ауыл  халҡы алдында “Умырзая” вокал төркөмөнөң күңелле йырҙары,  “Бөрлөгән” фольклор төркөмөнең дәртле таҡмаҡтары, йырсылар Илдар Хәсәнов,  Хафиза Галинаның күңел ҡылдарына үтеп ингән йырҙары һәм  дуэты, Гөлнур Шаймарҙанованың шаян бейеүе тамашасы күңеленә хуш килде.

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан  Шәрипҡол ауылы егете Марсель Ибәтуллиндың да концертта булыуы, уның менән осрашып әңгәмә ҡороу, концерт программаһына тағы ла мәртәбә өҫтәне.

Бергәләп йырлашып, бейешеп рәхмәттәр әйтеп, йәйгә тағы ла килеүебеҙҙе һорап таралыштылар Шәрипҡолдар һәм Ҡустығолдар.