Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Алайғыр ауыл халҡы “Урындағыса башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. Ошо программала ҡатнашып, бер тауыштан ауыл зыяратын кәртәләргә ниәт иттеләр. Кәберстан, зыярат – изге урын. Унда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, инәй-өләсәйҙәребеҙ, ир туғандарыбыҙ, ҡыҙ туғандарыбыҙ ята. Шуға ла һәр кем кәберстанға керһә, мәрхүм ата-әсәйҙаре, олатай-өләсәйҙәре өсөн үҙе Ҡөрьәндән белгәнен уҡыһын. Иншә Аллаһ, мәрхүмдәрен ныҡ итеп һөйөндөрөр. Унда йүнһеҙ һүҙҙәр һөйләү, һүгенеү, хәмер эсеү тыйыла.
Ауыл халҡы зыяратты тәртиптә тоторға, матур итеп кәртәләп алырға булды. Программала ҡатнашып ял көнө, саңғы ярышы ойошторолды. Самауыр янында тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй эстеләр, төрлө уйындар ойошторолдо, йыр-моң яңғырап торҙо. ойоштороусыларға, ярышта ҡатнашыусыларға, ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Күк йөҙөбеҙ тыныс, аяҙ булһын. Ошо сараны ойоштороусыларға Ишемгулова Гөлнур, Ишемгулов Айрат, Саньяров Зинурға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ
#ППМИ2023 .Алайгирово #ППМИ2023д.Алайгирово