Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

##УфаМКРБ
#УфаРЦНТРБ
#ТуғанТелемӘсәмТауышы
#АтамТелеӘсәмТелеМинеңТелем#башҡорттелекөнө
#ИҫкеБәпесмәҙәниәтйорто
14 декабрь- башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес урта мәктәбе менән берлектә “Мин башҡорт телен яратам” исемле әҙәби сәғәт үтте. Уның барышында уҡыусылар башҡорт теленең байлығын, уларҙың телдәре ниндәй матур икәненә уйындарҙа ҡатнашҡандарында тағы ла бер мәртәбә инандылар: “Мәҡәлдәрҙе дауам ит”, “Кем иң тиҙ итеп тиҙәйткес әйтер”, “Башҡорт исемдәре әйт”, “Башҡорт халыҡ әкиәтен һөйлә”, “Үҙең тураһында матур итеп туған телеңдә һөйлә”. Иҫке Бәпес урта мәктәбенең уҡытыусыһы Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып балаларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырҙы, һүҙлек байлыҡтарын ҙурайтты.
Шулай уҡ уҡыусылар Р.Шәкүр һүҙҙәренә , Ф.Иҙрисов көйөнәяҙылған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланылар, М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырын яттан һөйләнеләр.
Башҡорт баҫмаларынан, милли кейемдәрҙән, биҙәүестәрҙән уҡыусыларға күргәҙмә әҙерләнде.