Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Иҫке Бәпес мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре Ауырғазы районы Утәймулла ауылы мәҙәниәт йортонда “Йәйге осрашыуҙар ” тип аталған бай концерт программаһы менән сығыш яһанылар. “Умырзая ” вокал төркөмө, “Бөрлөгән ” фольклор төркөмө, йырсылар Хафиза Галина, Гөләйшә Мифтахова, Раил Ғилманов, Илдар Хәсәнов, Рәмзиә Хәбирова, Флюзә Шахморатова, Хәлисә Байдәүләтоваларҙың триоһының моңло йырҙары, бейеүселәр Камилла һәм Гөлнур Шаймарҙановаларҙың дәртле, өҙә баҫып бейеүҙәре, танылған, яратҡан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның тормошсан шиғырҙары тамашасы күңеленә хуш килде һәм һәүәҫкәр артистарҙы ҙур алҡыштарға күмде.
Участники художественной самодеятельности Старобабичевского СМФК выступили концертной программой в д.Утеймулла Аургазинского района.