Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Иҫке Бәпес ауылының моделле китапханаһында шағир, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Ирек Лотфрахман улы Кинйәбулатовҡа арналған хәтер кисәһе үткәрелде.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы “Бөрлөгән” фольклор төркөмө ағзалары “Иҫке Бәпес” йыры менән ҡаршы алдылар. Моделле китапхана алдында яҡташ шағирҙың ижадына арналған күргәҙмә, уның шәжәрәһе, милли биҙәүестәрҙән торған күргәҙмә лә урын алған ине.
Кисәгә Өфөнән бер төркөм мәртәбәле ҡунаҡтар килеүе бигерәк ҡыуаныслы булды:
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР яҙыусылар союзы рәйесе З.А.Әлибаев; ҡырмыҫҡалыларҙың яҡташтар берлеге рәйесе Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев; “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов;
РФ атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор, Й.Ә. Әбделмәнов;
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ф.Б.Санъяров.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Ф.Ф.Ҡотлобаев, танылған шағирә РФ һәм БР яҙыусылар союзы ағзаһы Ф.Д. Абдуллина, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.М.Ғәйфуллиндың, Ирек Лотфрахман улы тураһында йылы иҫтәлектәр, хәтирәләр һәм уға арнап яҙылған шиғыр юлдары менән сығыш яһауҙары күңел ҡылдарына үтеп инеп, йылы кисерештәр ҡалдырҙы.
2023 йылда И.Л. Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыу сиктәрендә әҙерләнәһе һәм эшләнәһе мәсьәләләр ҡаралды.
Хәтер кисәһе шағирҙың һуңғы төйәге, Абдулла ауылы зыяратында, ҡәберенә сәскәләр һалыу менән тамамланды.