Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ҡорбан байрамы менән, хөрмәтле милләттәштәр!
Ҡуйған изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашып торһон, изге эштәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, иманыбыҙ ныҡлы булһын!
Бөгөн изге Иҫке Бәпес ауылының “Нур” мәсетендә Ҡорбан байрамы уҙғарылды.
Ҡырмыҫҡалы муниципаль район хакимиәтенеө эштәргә идара итеүсе Ҡотлобаев Фәрғәт Фәрит улы ҡотлау һүҙе әйтте. Ауыл хакимиәте башлығы Азамат Муса улы ҡорбан ғәйетенә бағышлап былау (плов) бешерҙе Ауылдашыбыҙ Хәлитова Зөлфиә Ғәлинур ҡыҙы салдырған ҡорбан ашына ауыл халҡы йыйылды. Хәлитов Рәиф Рәжәп улы салдырған ҡорбан итен мохтаждарға һәм күп балалы ғаиләләргә таратып бирелде.
Ҡөръән аяттары тыңлап, фәһем туплап, ауылдаштар рәхмәт һүҙҙәре менән таралышты.