Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Рәсәй көнөн байрам иткән көндәрҙә Иҫке Бәпес ауылында бик матур,иҫтәлекле ваҡиға булып үтте.Илебеҙҙең республикабыҙҙың, районыбыҙҙың күп төбәктәренән тыуған мәктәбенең 55 йыллығын ҡотларға төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, эшләп киткән, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар йыйылды.
Мәктәп коридоры шау – гөр килеп торҙо. Ҡыуаныслы осрашыуҙар, хәтирәләр, бер – береңде саҡ таныуҙар… Ҡоролған күргәҙмәләрҙә мәктәптең тарихы, бөгөнгө тормошо. Ҡунаҡтар үҙҙәренең белем усағының матурланыуын, балҡып тороуын, яңырыуын билдәләне, тик бына үҙҙәре уҡыған йылдарҙағы кеүек балаларҙың күп булмауына бошондо.
Артабан ҡунаҡтар Енеу паркында сәскәләр һалдылар һәм осрашыуҙы ауыл Мәҙәниәт йортонда дауам иттеләр. Залда урын етмәне хатта! Ғәжәп түгел,сөнки заманында Иҫке Бәпес мәктәбе тирә яҡтағы ауылдар өсөн берҙән – бер урта белем биреүсе башҡорт белем усағы булған.
Сәхнәлә ҡотлауҙар иҫтәлекле фотолар, фильмдар, йыр – моңдар менән үрелеп барҙы.
Ошо ҙур сараны үткәреүгә мәктәп коллективы, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин, мәктәп директоры Рамазан Шаймарҙанов күп көс һалдылар.