Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Башҡортостанда йыл да ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында милли кейем көнө билдәләнә.

Ошо сараны үткәреү сиктәрендә республикабыҙҙың балалар һәм үҫмерҙәр журналы “Аманат” редакцияһың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов, яуаплы сәркәтип Зөбәржәт Яҡупова, мәктәптәр һәм мағариф бүлеге мөхәррире Сәлимә Ҡыуатова, йәш йырсы, ҡурайсы, халыҡ – ара конкурстар лауреаты, “Аманаттың ” яҡын дуҫы Рифат Йәмлихин,  Иҫке Бәпес урта мәктәбендә уҡыусылар менән осрашыуҙа булдылар.

Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубының “Бөрлөгән ” фольклор төркөмө,  ҡурайсылар төркөмө сығыштары, Гөлнур Мирғәли ҡыҙы Шаймарданованың милли кейемдәр  һәм ҡатын – ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр тураһында ентекләп һөйләүе кисәгә күркәмлек өҫтәне.

Йәш йырсы Рифат Йәмлихиндың   уйындар һәм дәртле йырҙарҙан торған күңел асыу программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм зауыҡтырғыс тамашаға әйләнде.  Уҡыусылар дәртле һәм күңелле кисәлә бик әүҙем ҡатнашыусыларға иҫтәлеккә китаптар һәм журналдар тапшырылды.

  щ