Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн  мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр йыйыны булып үтте.  Йыйынға республика, район ағинәйҙәр ойошмалары  етәкселәре Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Самиҡова,  II Халыҡ – ара башҡорт милли кейем тегеү оҫталары конкурсы “Тамға” лауреаты Бишауыл Уңғар ауылынан Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова, Иҫке Бәпес, Алайғыр, Яңы Бишауыл ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты.

Иҫке Бәпес ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Абдуллина Ғ.М. эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны. Иҫке Бәпес биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улының,  Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының әңгәмәләре фәһемле һәм йәнле үтте.  Гүзәл Әхмәт ҡыҙы йомран -табын ырыуына хас булған  башҡорт милли кейемдәрен  һәм биҙәүестәрен эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Йыйындан һәр кем үҙенә киләсәккә фәһемле кәңәштәр, яңы маҡсаттар алды.

Йыйында “Бөрлөгән” (ағинәйҙәр) фольклор төркөмө башҡарыуында мөнәжәт, йырҙар, танылған шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның, мәғәриф уҙаманы Мәрүәр Ишмуратованың шиғырҙары йыйынға тағыла йәм өҫтәне.