Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартты башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте
Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. Яҙҙың тәүге көнө – тереклеккә һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле
Мәҙәниәт йортонда башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған “Башҡорт ғаиләһенең серҙәре ” тип исемләнгән әҙәби – музыкаль кисә үткәрелде.
Кисәгә ауылыбыҙҙың абруйлы, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе һәм йәш парҙар саҡырылды: Хәлисә һәм Камил Байдәүләтовтар, Флюзә һәм Зөлфәр Шахморатовтар, Гүзәл һәм Тимербәк Ғәлиевтар, Фирүзә һәм Фиҙәил Абдуллиндар, Гөлнур һәм Рамазан Шаймарҙановтар, Ғәлиә һәм Рәфил Шахморатовтар, Сулпан һәм Артур Хәлитовтар.
Улар үҙҙәренең ғаиләләренә генә хас булған йолалар һәм ғөрөф ғәҙәттәре, серҙәре менән менән уртаҡлаштылар. Имам Рәфил Шахморатов ғаилә ҡиммәтренә ҡағылышлы вәғәздәрен еткерҙе.
Үҙешмәкәр артистар : Ильдар Хәсәнов, Рәил Ғилманов, Гүзәл Ғәлиеваның музыкаль сәләмдәре, яратҡан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның, Әлфиә Байдәүләтова, Райха Ғиззәтуллинаның шиғырҙары кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.
Бөгөнгө көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын!
Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын!
Байрамыбыҙ менән, милләттәштәр!